+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Октября 2021, 10:53

Ер шарында “Уралым” йыры яңғырап торһон

 Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, күренекле опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов социаль селтәрҙәрҙә  йәниҫәпкә ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙе:” Республикала башҡорт телен һаҡлау, шул уҡ ваҡытта башҡа халыҡтарҙың телдәрен яҡлау өсөн бик күп эштәр башҡарыла. Атайым,  Ырымбур башҡорто -  Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов, ғүмере буйы башҡорт сәнғәтен һәм телен үҫтереү өсөн бар көсөн йәлләмәй эшләне”- тиелә унда.

Ер шарында “Уралым” йыры яңғырап торһонЕр шарында “Уралым” йыры яңғырап торһон
Ер шарында “Уралым” йыры яңғырап торһон

  Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, күренекле опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов социаль селтәрҙәрҙә  йәниҫәпкә ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙе:” Республикала башҡорт телен һаҡлау, шул уҡ ваҡытта башҡа халыҡтарҙың телдәрен яҡлау өсөн бик күп эштәр башҡарыла. Атайым,  Ырымбур башҡорто -  Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов, ғүмере буйы башҡорт сәнғәтен һәм телен үҫтереү өсөн бар көсөн йәлләмәй эшләне”- тиелә унда.

Беҙ, ҡустым Илдар  Абдразаҡов менән (ер йөҙөндә танылған опера йырсыһы), бәләкәйҙән туған моңобоҙ солғанышында, башҡорт телен тыңлап, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен, телен хөрмәтләү һәм ололау мөхитендә  үҫтек. Хәҙер ҙә башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары тигән исемде ғорур йөрөтәбеҙ.

Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында үҙебеҙҙең милләтебеҙҙе күрһәтеү өсөн йәнә бер мөмкинлек бар. Тамырҙарҙы һаҡлау буйынса ата- бабаларыбыҙ биргән васыятты онотмайыҡ.  Йәниҫәп илдә этномәҙәниәттәр һәм телдәр төрлөлөгө хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт төҙөргә мөмкинлек бирәсәк.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас