

“Аҡбуҙат” балалар хәйриә фонды, граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы һәм Бөтә Рәсәй инвалидар ойошмаһы менән берлектә “Тиктормаҫ” анимацияһы буйынса ижади оҫтахана аса. Проект мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класы уҡыусылары өсөн башҡорт телендәге йәнһүрәттәр төшөрөүгә йүнәлтелгән.
Йәнһүрәттең һәр береһе башҡорт халыҡ традицияларына, ғөрөф- ғәҙәттәренә, байрамдарына, тәбиғәтенә, хайуандар донъяһына, балалар уйындарына арналған буласаҡ.
Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы, Муха” студияһы менән берлектә “Тиктормаҫтың мажаралары” тигән йәнһүрәттең тәүге өс сығарылышын төшөрә башлаясаҡ. Шулай уҡ ошо проект сиктәрендә анимация сәнғәте буйынса уҡыу курстары ла ойоштороласаҡ.