

Хошиминда үткән “Вьетнам көҙө - 2021» халыҡ-ара акварель күргәҙмәһендә, яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллина уңыш ҡаҙанды. Виртуаль күргәҙмәгә ижадсының “Көнбағыш шатлығы” картинаһы ҡуйылды. Ул “Иң яҡшы 100 эш” исемлегенә индерелгән.
Ләйсән Рәхмәтуллина Илеш районында тыуып үҫкән, Өфөлә йәшәп, ижад итеүсе рәссам. Ул башҡорт һынлы сәнғәт мәктәбенең иң сағыу вәкиле. Акварель техникаһында эшләй. Рәссам үҙе әйтмешләй, был жанр менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнергә кәрәк. Уны үҙләштергән һайын рәссам үҙендә яңы төҫтәр аса бара. Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә Ләйсәндең эштәрен танып беләләр. Ижад дәүерендә рәссамдың 20-нән ашыу шәхси күргәҙмәһе ойошторолған.
Хошиминда үткән күргәҙмә- конкурста Ләйсән Рәхмәтуллинаға сертификат һәм сараның электрон каталогы тапшырылған. Конкурсанттар уның ташҡа баҫылғанына ла эйә буласаҡ. Авторҙың "Көнбағыштар" шәлкеменән әҙерләнгән картиналары ижадсының сағыу биттәренең береһе. Тап ошо һүрәттәре аша рәссам үҙе яратҡан алтын һары, күк һәм йәшел төҫтәрҙе оҫта файҙалана.