+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Октября 2021, 03:45

Ҙур штарфтар янай

Коронавирус инфекцияһының киң тарала барыуына бәйле республикала юғары әҙерлек режимы индерелгәйне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҙур штарфтар янайҘур штарфтар янай
Ҙур штарфтар янай

Коронавирус инфекцияһының киң тарала барыуына бәйле республикала юғары әҙерлек режимы индерелгәйне.

Был туралағы Башҡортостан Башлығы Указының үтәлешен тейешле органдар даими тикшереп тора. Бөгөнгө көндә власть органдары, полиция, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге, Граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре ингән махсус патруль төркөмдәре рейдтар менән сәнәғәт предприятиелары, сауҙа нөктәләре, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары буйлап йөрөй.

Битлек режимының үтәлеүе, хәүефһеҙлек талаптары тураһында иҫкәртеүсе махсус билдәләрҙең булыу-булмауы, тепловизорҙың эшләүе тикшерелә. Рейдтар һөҙөмтәһендә, мәҫәлән, йәмәғәт транспортында һәр унынсы пассажирҙың битлек кеймәүе асыҡланған.

4 октябрҙән алып 2800-гә яҡын тикшереү төркөмө ойошторолған. 1500 тәртип боҙоу осрағы теркәлгән, 754 протокол төҙөлгән. Законға ярашлы, санитар нормаларын боҙған өсөн 500 мең һум штраф йәки 90 тәүлеккә тиклем хеҙмәтләндереүҙе туҡтатыу ҡаралған. Һуңғы аҙнала Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы ике сауҙа комплексы эшмәкәрлеге туҡтатылған да инде.

18 октябрҙән матурлыҡ, косметика салондарына, мунса, сауна, фитнес-клубтарға, 50 урындан ашыулыҡ йәмәғәт туҡланыу объекттарына ҡағылған яңы тәртип ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде. Атап үтелгән урындарға инеү өсөн вакцина яһатыу йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмә кәрәк.

Валерий Шахов фотоһы. 

Автор:
Читайте нас