+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Октября 2021, 03:05

Был аҙнала -7 градусҡа тиклем һалҡынайта

Был аҙнала республикала һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы көтөлә, тип фаразлай синоптиктар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Был аҙнала -7 градусҡа тиклем һалҡынайтаБыл аҙнала -7 градусҡа тиклем һалҡынайта
Был аҙнала -7 градусҡа тиклем һалҡынайта

Был аҙнала республикала һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы көтөлә, тип фаразлай синоптиктар.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, ошо эш аҙнаһында һауа температураһы төндә 0, -7, көндөҙ иһә +1, +6 градус була. Атмосфера фронттары үткәндә, айырыуса республиканың төньяҡ райондарында, епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы мөмкин. Ҡайһы бер көндәрҙә күпселек райондарҙа яуым-төшөм көтөлә. Төндә һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Шуға бәйле водителдәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға тәҡдим ителә.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас