+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Октября 2021, 04:25

Рәсәй Хөкүмәте 12 792 һум аҡса түләй

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, яңы коронавируслы сирҙе таратмау маҡсатында 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан ителде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Хөкүмәте 12 792 һум аҡса түләйРәсәй Хөкүмәте 12 792 һум аҡса түләй
Рәсәй Хөкүмәте 12 792 һум аҡса түләй

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, яңы коронавируслы сирҙе таратмау маҡсатында 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан ителде.

Указға таянып, Рәсәй Хөкүмәте зыян күргән өлкәләрҙең кесе һәм урта бизнесы ойошмаларына һәр рәсми рәүештә эшкә алынған хеҙмәткәргә берәр федераль МРОТ, йәғни 12 792 һум аҡса түләргә ҡарар ҡабул итте, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары.

Аҡса алыу өсөн ғаризаны 2021 йылдың 1 ноябренән 15 декабргә тиклем Федераль һалым хеҙмәтенең  nalog.ru сайтында шәхси кабинет аша тапшырырға кәрәк. Түләүҙәр 15 ноябрҙән мөрәжәғәт иткәндән һуң 8 көндән башлана. Аҡсаны кире ҡайтарыу кәрәкмәй.

Был грант СОНКО һәм бизнестың түбәндәге зыян күреүсе өлкәләренә бирелә:

▪мәҙәниәт, күргәҙмә, конференция һәм күңел асыу ойошмалары,

▪спорт,

▪ҡунаҡхана бизнесы,

▪йәмәғәт туҡланыуы,

▪өҫтәмә белем биреү,

▪көнкүреш хеҙмәттәре,

▪автомобиль һәм һыу транспорты.

Автор:
Читайте нас