+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Октября 2021, 09:28

Белгородта беҙҙәге кеүек госпиталдәр төҙөлә

Был аҙнала Белгород өлкәһендә Башҡортостан өлгөһө буйынса тиҙ төҙөлә торған ике ковид-госпиталь һала башлаясаҡтар.

Белгородта беҙҙәге кеүек госпиталдәр төҙөләБелгородта беҙҙәге кеүек госпиталдәр төҙөлә
Белгородта беҙҙәге кеүек госпиталдәр төҙөлә

Был аҙнала Белгород өлкәһендә Башҡортостан өлгөһө буйынса тиҙ төҙөлә торған ике ковид-госпиталь һала башлаясаҡтар.

Төбәк башлығы Вячеслав Гладков шундай күрһәтмә биргән.

– Декабрь уртаһына ике объект та тапшырыуға әҙер булырға тейеш. Беҙ, был үҙәктәр ваҡытлыса ғына булмаясаҡ, тип һөйләштек. Аҡсаларҙы тотоноп, пандемия бөткәс госпиталдәрҙе һүтеп ташларға түгел, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Белгород өлкәһе губернаторы.

Буласаҡ дауахана урынына төҙөлөш техникаһын алып килгәндәр ҙә инде. Территорияны модулдәрҙе күтәреүгә әҙерләй башлағандар.

Госпиталдәр икәү буласаҡ: береһе – Белгород эргәһендә, икенсеһе – Иҫке Оскол янында. Өлкә башлығы госпиталдәрҙе оҙайлы файҙаланыу өсөн төҙөү бурысын ҡуйҙы, сөнки коронавирусҡа бәйле хәлдең тотороҡланыуы өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк буласаҡ әле. Дауаханалар әлеге мәлдә ауырыуҙар менән тулы.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: махсуслаштырылған медицина учреждениеларын төҙөү тәжрибәһен уртаҡлашыу өсөн, 15 октябрҙә Белгород өлкәһе губернаторы урынбаҫары – төҙөлөш һәм транспорт департаменты етәксеһе Владимир Базаров Башҡортостанға килгәйне.

Ул Өфө районының Зубово ауылында 2020 йылдың йәйендә сафҡа индерелгән йоғошло сирҙәр госпиталендә булды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте Рөстәм Моратов әйтеүенсә, республикабыҙ, яңы үҙәктәрҙе төҙөп, медицина йүнәлешендәге ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән ҙур тәжрибәгә эйә булды.

– Республика етәкселеге ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфө районы Зубово ауылында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында заманса үҙәктәр төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Беҙгә сир көсәйгән осорҙа бер нисә йөҙ кешене дауалау өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр кәрәк ине. Бөгөн яңы үҙәктәр заманса йыһазландырылған күп йүнәлешле медицина учреждениелары булып тора. Ваҡыт шуны күрһәтте: уларҙы төҙөү хаҡында ҡарарҙар ваҡытында һәм дөрөҫ ҡабул ителгән, – тине Рөстәм Моратов.

Йоғошло сирҙәр үҙәктәренең һөҙөмтәлелеген Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин да билдәләне.

– Зубоволағы госпиталь асылғандан бирле унан 13 меңдән ашыу кеше һауығып сыҡты, – тине ул. – Ошондай госпиталдәр әле илдең 15 субъектында төҙөлгән.

Фото Белгородоблпроект сайтынан.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас