+13 °С
Ясно


Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикала алдағы ялдарҙа йылы һауа торошо көтә.
23 октябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, ел көньяҡ-көнбайыштан талғын иҫәсәк, урыны менән киҫкен буласаҡ.
Һауа температураһы төндә 3-8 градус йылы, көндөҙ — плюс 9-14 градус торасаҡ.
24 октябрҙә төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә, көндөҙ ҙә яуым-төшөм күҙаллана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә 2-7 градус йылы, көндөҙ— плюс 5-10 градус.
Бөгөн республикала көндөҙ бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Көндөҙ 6-11 градус йылы торасаҡ.