+23 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Октября 2021, 05:05

Өйөндә дары һаҡлаған

61 йәшлек ир өйөндә дары һаҡлағаны өсөн өс йылға шартлы рәүештә хөкөмгә тарттырылған.  

Өйөндә дары һаҡлағанӨйөндә дары һаҡлаған
Өйөндә дары һаҡлаған

61 йәшлек ир өйөндә дары һаҡлағаны өсөн өс йылға шартлы рәүештә хөкөмгә тарттырылған.  

Был ҡарарҙы Мәләүез район суды сығарған.

Суд мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың март айында полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең гаражында быяла банкыла дары таба.

Ир 1975 йылда Ергән ауылында эсендә 100 дана 16-сы калибрлы мылтыҡ патроны булған сумка табып ала. Ҡайтҡас, уларҙы асып, дарыһын бер банкыға бушата. Утлы ҡорал һәм уға яһауҙар тоторға хоҡуғы булмаһа ла, ул дарыны үҙендә ҡалдыра һәм шул рәүешле тейешле закондарҙы боҙа.

Судҡа тарттырылыусы үҙенең ғәйептәрен таныған.

Автор:
Читайте нас