+15 °С
Облачно


Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында рәйес урынбаҫары итеп күпселек тауыш менән Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ағзаһы Тамара Танһыҡҡужина һайланды
Шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы парламентҡа сентябрҙә үткән һайлауҙарҙа 43-сө Красный Холм һайлау округы буйнса үткәйне (тауыштарҙың 54,75% йыйҙы).
Быға тиклем парламент вице-спикеры Эльвира Айытҡолова булғайны. Ул Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланды һәм федераль парламенттың түбәнге палатаһында республика мәнфәғәттәрен яҡлай.