+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Октября 2021, 03:59

Шифаханалар етәкселәре ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе хуплай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, 1 декабрҙән республика шифаханаларында һәм профилакторийҙарында дауаланыу өсөн вакцинация тураһында сертификат йәки һуңғы алты айҙа ковид үткәреү хаҡында белешмә булыуы шарт.

Шифаханалар етәкселәре ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе хуплайШифаханалар етәкселәре ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе хуплай
Шифаханалар етәкселәре ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе хуплай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, 1 декабрҙән республика шифаханаларында һәм профилакторийҙарында дауаланыу өсөн вакцинация тураһында сертификат йәки һуңғы алты айҙа ковид үткәреү хаҡында белешмә булыуы шарт.

“Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы мөдире Наил Сафиуллин, указдағы талаптың үтә мөһимлеген, бөтә коллективтың вакцина эшләтеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.  “Ял итеүселәр сертификат йәки сир үткәреү хаҡында белешмә кәрәклеген алдан уҡ белә”, – ти ул.

“Йәйғор” шифаханаһы директоры вазифаһын башҡарыусы Ләйсән Кәримова, ял итеүселәр һаны әлеге шарттарҙа, моғайын, кәмер, ләкин был ҡәтғи сикләүҙәр мотлаҡ, тип билдәләй. Талаптар 1 декабрҙән ғәмәлгә ингәнгә күрә, вакцина эшләтеп өлгөрөргә лә ваҡыт бар әле, тип иҫәпләй.

“Ольховка” шифахана-профилакторийында нигеҙҙә “БСК” хеҙмәткәрҙәре  ял итә. Был предприятие эшселәренең күпселеге прививка яһатҡан. Шифахана директоры Тимур Мырҙағәлин ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе хуплауын белдерә һәм әле – сир көсәйгәндә һәм өҙлөгөүҙәр артҡанда улар ныҡ әһәмиәтле һәм бик ваҡытлы, ти.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас