+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
22 Октябрь 2021, 09:20

Ростислав Мырҙағолов Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһынан китте

Кисә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының сираттағы ултырышы үтте.

Ростислав Мырҙағолов Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһынан китте
Ростислав Мырҙағолов Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһынан китте

Кисә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының сираттағы ултырышы үтте.

Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләрҙең береһенә ярашлы, Палатаның 6-сы составы рәйесе Ростислав Мырҙағолов рәсми рәүештә вазифаһынан китте. Шул уҡ ваҡытта ул палата ағзаһы булып ҡалды. Үҙенең әйтеүенә ҡарағанда, даими эшкә “Өфө” футбол клубына күсә.

Ултырыштың ҡарары буйынса, рәйес вәкәләттәре өс урынбаҫарға - Рәмил Рәхимов, Лида Иҫәргәкова һәм Кристина Недорезоваға йөкмәтелде.

Шулай уҡ палата составынан Ольга Панчихина сыҡты, ул Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил итеп тәғәйенләнде.  Өфө ҡалаһы Советы депутаты булып һайланған Ирина Сухарева ла китте. Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәт, милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса комиссия рәйесе Ғәлим Яҡупов рәйеслек вазифаһын ҡалдырыуы тураһында ғариза яҙҙы, әммә палата составынан сыҡманы.

Шулай итеп, Йәмәғәт палатаһында әле 28 кеше ҡалды. Бушаған ике урынға ағзаларҙы республика Башлығы тәғәйенләйәсәк. Шунан һуң ғына тулы составта Палата яңы рәйес һайлай ала.

Автор:
Читайте нас: