+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Октября 2021, 03:50

Ләйсән Билалова - өсөнсө урында

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле башланғысы менән Киров өлкәһендә үткән “ФормART” стрит-арт фестивале еңеүселәре араһында Башҡортостан ҡыҙы ла бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ләйсән Билалова - өсөнсө урындаЛәйсән Билалова - өсөнсө урында
Ләйсән Билалова - өсөнсө урында

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле башланғысы менән Киров өлкәһендә үткән “ФормART” стрит-арт фестивале еңеүселәре араһында Башҡортостан ҡыҙы ла бар.

Ябай итеп әйткәндә, был – урам рәссамдары араһында граффити буйынса ойошторолған конкурс.

Ләйсән үҙенең Нефтекама йорттарының береһенә эшләгән “Киләсәк – йөрәктә” граффити-һүрәт менән ҡатнашты.

Эксперттарҙан тыш, ижади эштәрҙе баһалауҙа онлайн тауыш биреү юлы менән халыҡ та ҡатнашты.

14 төбәктән 160 стрит-арт рәссамдар ижады ҡаралды. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Ләйсән Билалова өсөнсө урынға сыҡты.

Һамар өлкәһенән “Киләсәк” граффити-эше менән Дмитрий Горшков еңеүсе тип табылды. Икенсе урынды иһә Марий Элдан Илья Белов (“Бәүелсәктәрҙә” граффитиһы) һәм Һарытау өлкәһенән Владимр Куц (“Ваҡыт кешеһе”) бүлеште.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас