+24 °С
Дождь


Барселона янындағы Матаро ҡалаһында халыҡтарҙың этник мәҙәниәте фестивале үтте. Унда башҡорт бейеүҙәре, йырҙары, музыка ҡоралдары менән Башҡортостандан сыҡҡан милләттәштәребеҙ ҙә сығыш яһаны.
Башҡортостан диаспораһы Испанияның Барселона, Севилья, Сарагосы ҡалаларында бар. Ситтә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ даимә рәүештә урында үткән фестивалдәрҙә, байрамдарҙа ҡатнаша һәм башҡорт моңо, бейеүҙәре, музыка ҡоралдары менән таныштыра.
Гөлгенә үҙе Әбйәлил районы ҡыҙы, күп йылдар Испанияла йәшәй һәм яҡташтар ойошмаһын төҙөгән.