+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
21 Октябрь 2021, 20:15

Йәниҫәпселәр социаль селтәрҙә лә әүҙем

Йәниҫәпселәр үҙҙәренең шәхси аккаунттарында 15 октябрҙә башланған халыҡ иҫәбен алыу барышы хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, күҙәтеүҙәре менән әүҙем уртаҡлаша.

Йәниҫәпселәр социаль селтәрҙә лә әүҙем
Йәниҫәпселәр социаль селтәрҙә лә әүҙем

Йәниҫәпселәр үҙҙәренең шәхси аккаунттарында 15 октябрҙә башланған халыҡ иҫәбен алыу барышы хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, күҙәтеүҙәре менән әүҙем уртаҡлаша.

Йәниҫәпселәрҙең күпселеге кешеләрҙең уларҙы бик яғымлы ҡаршы алыуын, халыҡ иҫәбен алыу мөһимлеген үҙҙәре өсөн дә, бөтә ил өсөн дә мөһимлеген яҡшы аңлауын билдәләй. Халыҡ иҫәбен алыусылар, мәғлүмәт йыйыуҙан тыш, ҡыҙыҡлы шәхестәр менән дә таныша һәм ошо хаҡта социаль селтәрҙәрҙә ҙур теләк менән бәйән итә. Ҡайһы берәүҙәр социаль селтәр менән файҙаланыусыларға халыҡ иҫәбен алыуҙың зарурлығы хаҡында фекерҙәре менән бүлешә. “Әле барған ҙур сара һөҙөмтәләре бөтәһе өсөн дә бик мөһим, яңы иҡтисади һәм социаль программалар өҫтөндә эшләү өсөн кәрәк”, – ти улар. Мәҫәлән, шуларҙың береһе – Өфө районы Алексеевка ауылында йәшәүсе Анна Дунюшкина: "Йәниҫәп – ил тарихына үҙ өлөшөбөҙҙө индереү ул, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. – Йәш быуындың быны аңлауын күреү күңелле”.

Бынан тыш, Башҡортостан йәниҫәпселәре #МинЙәниҫәпГеройы! #ЯГеройПереписи! тигән флешмобҡа ла ихлас ҡушылған.

Фото социаль селтәрҙән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: