+11 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Октября 2021, 05:39

Оперштаб ниндәй ҡарарҙар ҡабул итте?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штабтың ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – ковидтан вакцинация темпын арттырыу һәм 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем эшләмәй торған көндәр режимын индереү.

Добавить в предпочтительные источники Google
Оперштаб ниндәй ҡарарҙар ҡабул итте?Оперштаб ниндәй ҡарарҙар ҡабул итте?
Оперштаб ниндәй ҡарарҙар ҡабул итте?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штабтың ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – ковидтан вакцинация темпын арттырыу һәм 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем эшләмәй торған көндәр режимын индереү.

– Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ил Хөкүмәте ағзалары менән үткән кәңәшмәлә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем эштән туҡтап тороу осорон иғлан итеү башланғысын хупланы, – тине Радий Хәбиров һәм Башҡортостанда коронавирус таралыуға бәйле хәл хаҡында фекер алышырға тәҡдим итте.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикала коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлы, ләкин тотороҡло булыуын билдәләне. Вакцинация темпы арта, уның буйынса Башҡортостан илдең тәүге биш төбәге иҫәбендә.

– Республикала 145 вакцинация пункты үҙ эшен дауам итә. Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында, “Башҡортостан” лайфстайл-үҙәгендә, “Планета”, “Карусель” сауҙа үҙәктәрендә мобиль пункттар эшләй, – тип әйтеп үтте Максим Забелин. – 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем эштән туҡтап тороу көндәре индереү хаҡындағы ҡарар – бик ваҡытлы һәм мөһим. Был сирҙе йоҡтороу сылбырын өҙөргә, медицина ойошмаларына коронавирусҡа ҡаршы көрәш өсөн өҫтәмә ресурс һәм көс тупларға булышлыҡ итәсәк.

Оперштаб ултырышында шулай уҡ республикала вакцинацияланмаған кешеләргә ҡарата индерелгән сикләү сараларын ғәмәлгә ашырыу хаҡында ла фекер алыштылар.

21 октябрҙән 65 йәштән өлкәндәргә адреслы ярҙамды көсәйтеү өсөн социаль хеҙмәткәрҙәр, уларҙың өйҙәре буйлап йөрөп, һаулыҡтары торошон асыҡлаясаҡ, ниндәй өҫтәмә ярҙам кәрәклеген билдәләйәсәк.

Оперштаб эше йомғаҡтары буйынса, 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклемге осорҙан тыш, республикала эштән туҡталып торған өҫтәмә көндәр индереү планлаштырылмай.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас