+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Октября 2021, 09:30

Киләсәк лабораторияһы

Өфөнөң “Минең тарихым - Рәсәй”  тарихи паркында “Киләсәк лабораторияһы” тигән мультимедиялы күргәҙмә асылды. Ул уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй профориентация проектының бер өлөшө буласаҡ. Башҡортостандан унда 1500 уҡыусы, 158 педагог- новатор, 70 тәжрибәле остаздар ҡатнашасаҡ.

Киләсәк лабораторияһыКиләсәк лабораторияһы
Киләсәк лабораторияһы

Өфөнөң “Минең тарихым - Рәсәй”  тарихи паркында “Киләсәк лабораторияһы” тигән мультимедиялы күргәҙмә асылды. Ул уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй профориентация проектының бер өлөшө буласаҡ. Башҡортостандан унда 1500 уҡыусы, 158 педагог- новатор, 70 тәжрибәле остаздар ҡатнашасаҡ.

Проекттың тәүге көнөндә үк унда 121 уҡыусы ҡатнашты. “Киләсәк лабораторияһы” күргәҙмәһенең төп бурысы -  уҡыусыларҙы уйын формаһында хеҙмәт баҙары, төрлө тармаҡ һәм һөнәрҙәр менән таныштырыу, һайлап алыу мөмкинлегенең күп булыуын аңлатыу һәм баланың ниндәй йүнәлештә үҫергә теләген асыҡлау.

-Быйылғы йылдың интерактив таҡтаһы киләсәктә иғтияж менән файҙаланасаҡ  һөнәрҙәр хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирә, унда үҙеңде һанап ҡарау мөмкинлеген аса. Бөтә эпидемиологик талаптар күҙәтелә, шуға ҡарамаҫтан  быйыл күберәк балалар йәлеп ителде,- тигән Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин.

Унда уҡыусылар 30 тармаҡ буйына  300-ләп һөнәр менән таныша аласаҡ. Паркта махсус уҡыу үткән экскурсоводтар эшләй, улар һөнәр һайлауҙа балаларға ярҙам да күрһәтә аласаҡ. Күргәҙмә өсөнсө декабргә тиклем эшләйәсәк.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас