+15 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Октября 2021, 04:00

Башҡортостан федераль ҡарар сиктәрендә ял итә

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин вице–премьер Татьяна Голикованың тәҡдимен хупланы.

Башҡортостан федераль ҡарар сиктәрендә ял итәБашҡортостан федераль ҡарар сиктәрендә ял итә
Башҡортостан федераль ҡарар сиктәрендә ял итә

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин вице–премьер Татьяна Голикованың тәҡдимен хупланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 19 октябрҙә Голикова, коронавирусҡа бәйле, 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан итеү тураһында инициатива менән сығыш яһағайны.

Шулай итеп, Рәсәйҙә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял иғлан ителде. Эшен туҡтатырға мәжбүр булған бәләкәй эшҡыуарҙарға хеҙмәткәрҙәр өсөн дәүләт иң түбән эш хаҡын компенсациялай.

Ҡарарҙа, хәл үтә киҫкен төбәктәр ялға 23 октябрҙән китә ала, тиелә.

20 октябрҙә үткән коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабтың ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Президент ҡарары сиктәрендә ял итә, өҫтәмә көндәр билдәләнмәй, тип белдерҙе.

 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас