+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Октября 2021, 03:25

Башҡорт балы, ҡымыҙы һәм ҡаҙыһы өсөн тауыш бирегеҙ

Төбәк аҙыҡ-түлек брендтарының «Рәсәй тәмдәре» милли конкурсында тауыш биреү бара.  

Башҡорт балы, ҡымыҙы һәм ҡаҙыһы өсөн тауыш бирегеҙБашҡорт балы, ҡымыҙы һәм ҡаҙыһы өсөн тауыш бирегеҙ
Башҡорт балы, ҡымыҙы һәм ҡаҙыһы өсөн тауыш бирегеҙ

Төбәк аҙыҡ-түлек брендтарының «Рәсәй тәмдәре» милли конкурсында тауыш биреү бара.  

Ул кисә башланды һәм 7 ноябргә тиклем дауам итә. Үҙеңә оҡшаған өс брендҡа тауыш биреп була. Бының өсөн конкурстың https://russiantastes.ru/ сайтына үтергә һәм исемлектән төбәкте һәм брент атамаһын һайларға кәрәк.

«Башҡортостанда аҙыҡ-түлек брендтары традицион рәүештә һанап бөткөһөҙ, - тине БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Төбәктә продукция етештереп кенә ҡалмайҙар, шулай уҡ унан тәмле һәм файҙалы аҙыҡ-түлек етештерәләр. Былтыр «Халыҡ тауыш биреүе» номинацияһында беҙгә призды урындарға саҡ ҡына ҡалған ине. Башҡорт балы еңеүенә бер аҙ ғына тауыш етмәне. Хәҙер беҙ ҡулдан ысҡынғанды кире тота алабыҙ».

Әле ярышта республиканы 15 бренды күрһәтә. Улар «Башҡорт өсмөйөшө», «Башҡорт талҡаны», «Башҡортостандан оҫталар шоколады», «Башҡорт соусы», «Башҡортостандан ҡаҡланған страус филеһы», «Башҡорт ҡымыҙы», «Башҡорт алкоголһеҙ балы», «Бөрйән солоҡ балы», «Федоровка ҡаҙы», «Оҙаҡ ваҡыт тотолған Башҡорт сыры», «Башҡорт сей килеш ҡаҡланған ҡаҙыһы», «Башҡорт ҡорото», «Башҡорт баллы сыр», «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуы» һәм конкурстың былтырғы миҙгелендә «Бөтә илгә» номинацияһында бронза еңеүсеһе - «Башҡорт балы».  

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә барыһына ла республиканың яратҡан аҙыҡ-түлек брендтары өсөн тауыш бирергә саҡырҙылар.

Автор:
Читайте нас