+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Октября 2021, 03:40

Тәгәрмәстәрҙе ваҡытында алмаштыр

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә, юлдарҙың айырым урындарына боҙлауыҡ ятыуы ихтимал.  

Тәгәрмәстәрҙе ваҡытында алмаштырТәгәрмәстәрҙе ваҡытында алмаштыр
Тәгәрмәстәрҙе ваҡытында алмаштыр

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә, юлдарҙың айырым урындарына боҙлауыҡ ятыуы ихтимал.

Синоптиктар аныҡлауынса, тотороҡһоҙ һауа торошо башлыса республиканың көньяҡ-көнсығышы райондарында күҙәтелә. Был райондарҙа көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр, кискеһен юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә.  Ел төньяҡ-көнсығыштан төндә 5-10 м/с, көндөҙ 8-13 м/с тиҙлеккә етәсәк, урыны менән 18 м/с буласаҡ. Һауа температураһы төндә -2,+3, көндөҙ +2,+7 градусҡа етәсәк. Юлдарҙың айырым урындарында 1-2 саҡрым арала күреү мөмкинлеге кәмейәсәк.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте водителдәргә хәүефһеҙ тиҙлек режимында йөрөргә кәңәш итә. Шулай уҡ автомобилдең йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡы комплектҡа алмаштырыу кәрәклеге тураһында иҫкәртә.  

Автор:
Читайте нас