

Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығының COVID-19 буйынса указы талаптарын үтәмәгән өсөн “Вокзал” сауҙа-сервис комплексын япҡандар.
“Стерлитамакский рабочий” гәзите хәбәр итеүенсә, 19 октябрҙә сауҙа комплексында рейд ваҡытында етди етешһеҙлектәр асыҡланған. Ингән урында вахтер булмаған, килеүселәрҙең тән температураһы үлсәнмәгән, вакцинация хаҡында сертификаттары тикшерелмәгән. Аҙаҡ иһә комплекста температура үлсәүсе ҡорамал юҡлығы билдәле булған. Комплекс етәксеһе аҡланырға тырышҡан. Әммә тикшереү йомғаҡтары буйынса Роспотребнадзор вәкилдәре комплекс эшмәкәрлеген туҡтатып тороу хаҡында күрһәтмә менән протокол төҙөгән.
Тикшереү материалдары судҡа ебәреләсәк, унда ете көн эсендә сауҙа комплексының артабанғы яҙмышы хәл ителәсәк. Нигеҙҙәр булған осраҡта, уның хужаһы административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ла ихтимал.
Сергей Крамсков фотоһы.