+23 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
20 Октябрь 2021, 10:25

Сир ажарланып ябырыла

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 20 октябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 78 805-кә еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә сир 668 ауырыуҙа раҫланған.

Сир ажарланып ябырылаСир ажарланып ябырыла
Сир ажарланып ябырыла

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 20 октябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 78 805-кә еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә сир 668 ауырыуҙа раҫланған.

Әлеге мәлдә стационарҙа ятыусылар – 1033, 652-һе – 60 йәштән өлкәндәр. 58 сырхауҙың хәле ауыр, 14-е яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алырға мәжбүр, ти табиптар. Өйҙә дауаланыусылар ҙа көндән-көн арта: бөгөнгө көндә улар – 7 321 (5 241-е – 60-тан өлкәнерәк). Пандемия башланғандан алып мәкерле сирҙе еңеүселәр – 68 219, шуларҙың 648-е үткән тәүлектә дауахананан сыҡҡан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, афәтле сир ҡорбандары көн һайын күбәйә бара. Уҙған тәүлектә 37 ғүмер өҙөлгән. Зәһәр инфекциянан донъя ҡуйыусылар 2 232 иҫәпләнә.

Республикала ковидҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын 1 479 634 кеше яһатҡан, икенсеһен дә эшләтеүселәр 1 274 766. Республикаға йәмғеһе 1 911 248 доза вакцина килгән.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас