+2 °С
Облачно


Кисә Рәсәй Хөкүмәте кәңәшмәһендә вице–премьер Татьяна Голикова коронавирусҡа бәйле 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан итергә тәҡдим яһаны.
Голикова шулай уҡ, ҡайһы бер төбәктәрҙә ял көндәрен 23 октябрҙән үк индерергә кәрәк, тигән фекерҙә. 7 ноябрҙән һуң QR-коды буйынса ғына объекттарға индереүҙе ойоштору ғәмәлгә ярашлы, тип белдерҙе вице-премьер.
Премьер-министр Михаил Мишустин был тәҡдимде Президент менән кәңәшмәгә сығарырға риза.