+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Октября 2021, 03:55

Өфө буйлап бүре йөрөгән

Көпә-көндөҙ Өфө урамдары буйлап бүре йөрөгән.

Өфө буйлап бүре йөрөгәнӨфө буйлап бүре йөрөгән
Өфө буйлап бүре йөрөгән

Көпә-көндөҙ Өфө урамдары буйлап бүре йөрөгән.

Йыртҡыс Һупайлы биҫтәһендәге Рыльский урамына килеп сыҡҡан. Уны кешеләр ике көн рәткә күргән һәм, телефонға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте, роликты күргәс, бүрене ауларға сыға. Махсус сетка менән уны Академик Королева урамында тоталар. Ау мәлендә йыртҡыс бер хеҙмәткәрҙе тешләп өлгөрә. Ҡыр хайуанының ҡоторған булыу-булмауы әле асыҡланмаған.

Тик шуныһы: тотолған бүре ҡапыл йән бирә. Ҡурҡыуҙан йөрәге ярылған, тип фаразлай ветеринарҙар.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас