

Республикала кисә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙең өсөнсө этабы ғәмәлгә инде. Хәҙер матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, мунсаларға һәм сауналарға, солярийҙарға, фитнес-клубтарға, 50-нән артыҡ кешегә иҫәпләнгән кафе һәм ресторандарға вакцина эшләтеү хаҡында сертификат йәки һуңғы алты айҙа ковид үткәреү тураһында белешмәһеҙ инеп булмай. 27 октябргә тиклем шулай уҡ ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе хаҡында белешмә лә күрһәтеп инергә мөмкин.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ковидҡа ҡаршы сараларҙың ҡәтғи, ләкин һөҙөмтәле булыуын билдәләне. Ул урындарҙа талаптарҙың нисек үтәлеүен шәхси контролдә тотасағын белдерҙе.
Әлеге мәлдә Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны 1,5 миллионға яҡын кеше яһатҡан. Тағы ла 800 мең тирәһе кешегә прививка яһатыу мөһим.
– Әгәр ҙә беҙ көн һайын 15 мең–20 мең кешене вакцинациялаһаҡ, Яңы йылға тиклем бурысты үтәр инек, – тине Радий Хәбиров. Ул, хәлдәр тотороҡланыу менән, Роспотребнадзор менән кәңәшләшеп, ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр туҡтатыласағын әйтеп китте.
Фото "Башинформ"дан алынды.