+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Октября 2021, 12:40

“Рәхмәттәр яуһын һеҙгә!”

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙизоляция индерелеү менән, “Берҙәм Рәсәй” партияһының волонтерлыҡ үҙәге көсәйтелгән режимда эшләй башланы. Был изге эшкә йәмғеһе 4400 ирекмән йәлеп ителгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Рәхмәттәр яуһын һеҙгә!”“Рәхмәттәр яуһын һеҙгә!”
“Рәхмәттәр яуһын һеҙгә!”

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙизоляция индерелеү менән, “Берҙәм Рәсәй” партияһының волонтерлыҡ үҙәге көсәйтелгән режимда эшләй башланы. Был изге эшкә йәмғеһе 4400 ирекмән йәлеп ителгән.

Өфө ҡала Советы рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Александр Мельников волонтерлыҡ үҙәге эше бер нисә йүнәлеш буйынса алып барылыуын билдәләне.

«Хәүеф төркөмөндәге өлкәндәргә ярҙам итеү өсөн, беҙ махсус йүнәлеш – автоволонтерҙарҙы билдәләнек. Әлеге ваҡытта автоволонтерҙар сафына 940 кеше баҫҡан һәм 3100 ирекмән үҙизоляциялағы өләсәй һәм олатайҙарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерә”, - ти ул. Ризыҡтар һәм дарыуҙар мөрәжәғәт итеүсе иҫәбенә алына, шулай уҡ бушлай аҙыҡ-түлек килтереү ҙә ҡаралған.

“Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәге операторы Лилиә Хәбәбетдинова өлкәндәрҙән шылтыратыуҙар артыуы хаҡында һөйләй. “Һуңғы көндәрҙә мөрәжәғәттәр ҡапыл күбәйҙе, ошоға тиклем беҙ көнөнә 100-150 шылтыратыу ҡабул итһәк, хәҙер иһә улар 200-300 булып китә. Башлыса аҙыҡ-түлек, рецепт буйынса дарыуҙар килтереүҙе һорайҙар, поликлиникаға вакцина эшләтергә алып барырға үтенеүселәр ҙә йәки прививканы өйҙә яһатыу өсөн ни эшләргә, тип шылтыратыусылар ҙа бар”, – тип бүлешә Лилиә.

Колл-үҙәккә килгән заявкалар тиҙ арала эшкәртелеп, волонтерҙарға бирелә. Мәҫәлән, Өфөлә йәшәүсе бер өләсәйҙең бушлай аҙыҡ-түлек килтереү хаҡындағы һорауын автоволонтер Гүзәл Нуретдинова үтәй. Ҡыҙ пандемия башланғас уҡ ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылған.

“Заякалар буйынса көн һайын сығырға тырышам. Һәр ваҡыт бер адрес булһа ла алам, ҡайһы берҙә өсәү ҙә булып китә – буш ваҡытҡа ҡарап. Ололар, айырыуса прививка яһатмағандары, аҙыҡ-түлек ярҙамына мохтаждар”, – ти Гүзәл.

“Беҙгә, ҡарттарға, ярҙам итеүегеҙ өсөн рәхмәттәр яуһын һеҙгә!” – тип теләктәр теләп ҡала ирекмәндәргә Өфөнән 84 йәшлек Нәзирә инәй Ҡарасурина.

Колл-үҙәккә эш көндәрендә бушлай 8-800-201-89-03 номеры буйынса иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем шылтыратырға мөмкин.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас