+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Октября 2021, 03:20

БР Дәүләт Йыйылышында - яңы өс депутат

Сентябрҙә үткән һайлауҙарҙан һуң Республика Парламенты яңы депутаттар менән тулыланыуын дауам итә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
БР Дәүләт Йыйылышында - яңы өс депутатБР Дәүләт Йыйылышында - яңы өс депутат
БР Дәүләт Йыйылышында - яңы өс депутат

Сентябрҙә үткән һайлауҙарҙан һуң Республика Парламенты яңы депутаттар менән тулыланыуын дауам итә.  

Быға тиклем Римма Үтәшева менән Эльвира Айытҡолова Дәүләт Думаһына күсте һәм депутат мандаттарын тапшырҙы. Октябрь башында депутат Рашит Ғәтиәтуллин үҙ вәкәләттәрен һалды. Ошо рәүешле Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа өс мандат бушаны. 

Киткән депутаттар партия исемлектәре буйынса үткәнгә күрә, уларҙың мандаттары «Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ партиялары тәҡдимдәре буйынса күсерелә, өҫтәмә һайлауҙар үткәрелмәй.

Шулай итеп, төбәк парламенты составына «Берҙәм Рәсәй» партияһынан билдәле активист Елена Арямнова, БДМУ ректоры Валентин Павлов һәм КПРФ-тан психиатрия дауаханаһы баш табибы Таһир Ғиззәтуллин инде.

Автор:
Читайте нас