+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Октября 2021, 03:15

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры итеп Маргарита Болычева тәғәйенләнде

БР Башлығы указына ярашлы республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры итеп Маргарита Болычева тәғәйенләнде.

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры итеп Маргарита Болычева тәғәйенләндеБашҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры итеп Маргарита Болычева тәғәйенләнде
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры итеп Маргарита Болычева тәғәйенләнде

БР Башлығы указына ярашлы республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры итеп Маргарита Болычева тәғәйенләнде.

Белешмә:

Маргарита Дмитриевна Болычева 1993 йылдың 3 авгусында Мәскәүҙә тыуған.

Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын, «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли-тикшеренеү университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2016 йылда «Медиа-контент» ЯСЙ-һының халыҡ-ара мәғлүмәт хеҙмәте продюсеры булараҡ башлаған.

2017 йылда – «Медиа-контент» ЯСЙ-һының продюсерҙар хеҙмәте продюсеры.

  2018–2019 йылдарҙа – «Ялта халыҡ-ара иҡтисад форумы» фондының PR-менеджеры.

2019 йылдарҙа – «Ялта халыҡ-ара иҡтисад форумы» фондының директор урынбаҫары.

2019–2020 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының «Офис-группа» Конгресс-бюроһының халыҡ-ара һәм милләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү сараларын ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу буйынса автомномлы коммерцияһыҙ ойошма директоры.  

2020 йылда – Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса БР дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.  2020–2021 йылдарҙа – Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса БР дәүләт комитеты рәйесе.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас