

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйылды.
Шулай итеп, Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле дәүләт ҡурсалауы статусын алды. Был турала документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталына һалынған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 майҙа Баймаҡта үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Талҡаҫ күленә махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен статусы биреү тураһында бурыс ҡуйҙы. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Баймаҡ районы халҡы бына күп йылдар дауамында файҙалыҡ ҡаҙылмаларҙы табыу буйынса күләмле эштәр башҡарған эшҡыуарҙарҙан интегә. Улар күп осраҡта тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙоп эшләй. Атап әйткәндә, Иҫән, Түбә, Һаҡмар, Темәс ауылдарында йәшәүселәр «Семенов руднигы» йәмғиәтенең Талҡаҫ күленән алыҫ түгел урында карьер асырға йыйыныуына бәйле муниципалитетҡа һәм республика властарына мөрәжәғәт иткән.
Хәҙер был биләмәлә тәбиғәттең һаҡланыуына зыян килтерерҙәй эшмәкәрлек тыйылды. Быға файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләү, разведкалау, табыу, быраулау эштәре, төҙөлөш, сәнәғәт балыҡсылығы, һыу аҫты һунары кеүек эштәр инә.