

Яҡшы юлдан саҡырған дуҫҡа барыуы күңелле лә, хәүефһеҙ ҙә, әлбиттә.
Кисә Рәсәй юл хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне.
Башҡортостанда автомобиль юлдары 49 мең километрҙан ашыу. Шуларҙың 800 километры федераль әһәмиәткә эйә. Был күрһәткес буйынса республика илебеҙҙә икенсе урында тора.
Төбәктә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә 2021 йылда 237 төп объектта эш алып барылған, 300 километрҙан ашыу арала төрлө эштәр башҡарылған. Бының өсөн алты миллиард һумдан күберәк аҡса тотонолған, шул иҫәптән 1,7 миллиард һум – федераль бюджеттан. Дөйөм алғанда, йыл аҙағына хәтлем тармаҡ хеҙмәткәрҙәре алдында 1 260 километр юлда ремонт эштәрен тамамлау бурысы тора.
"Башҡортостандың юл-транспорт комплексы - Рәсәйҙә иң ҡеүәтлеһе һәм ул иң тотороҡло эшләгәндәр рәтендә тора. Уның хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайым. Был тармаҡта республикабыҙ буйынса 28 мең самаһы кеше эшләй. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!" – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, юл хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотлап.
2022 йылда Ҡариҙел һәм Дыуан райондарындағы “Бөрө – Таҫтүбә – Һатҡы” юлын реконструкциялау тамамлана, Өфөнән көнсығышҡа сығыу юлында йылдам эштәр бара, тиҙҙән тиҙ йөрөшлө М-12 юлын һалыу башланасаҡ, Нуғай йүнәлешендә тимер юл аша эстакада, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлә, иҫкеһе ремонтлана, тип билдәләне ул.