+19 °С
Облачно


Үткән шәмбелә республикала ковидҡа ҡаршы прививка яһатыусылар һанын рекорд тип атарға мөмкин: вакцинаны йәмғеһе 40 321 кеше эшләткән, шуларҙың 27 045-е тәүге компонентын ҡаҙатҡан. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге битендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итә.
Шулай итеп, шәмбе йомғаҡтарын да индерһәк, республикабыҙҙа прививканың беренсе компонентын яһатыусылар 1 422 447-гә еткән. Вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 1 259 376.
Сығанаҡ: “Башинформ”.