+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Октября 2021, 09:08

Пермь мәктәптәренең береһендә атыш тауышы

Был инцидент бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә теркәлде. Йәнә бер уҡыусы мәғариф учреждениеһына ҡорал менән ингән. Пермь крайының Сарс ҡасабаһында йәшәүсе 12 йәшлек 6-сы класс уҡыусыһы мәктәпкә һунар карабинын тотоп килгән һәм ике тапҡыр һауаға атҡан. Йәрәхәт алыусылар теркәлмәгән тип хәбәр итә хоҡуҡ органдары.

Пермь мәктәптәренең береһендә атыш тауышыПермь мәктәптәренең береһендә атыш тауышы
Пермь мәктәптәренең береһендә атыш тауышы

Был инцидент бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә теркәлде. Йәнә бер уҡыусы мәғариф учреждениеһына ҡорал менән ингән. Пермь крайының Сарс ҡасабаһында йәшәүсе 12 йәшлек 6-сы класс уҡыусыһы мәктәпкә һунар карабинын тотоп килгән һәм ике тапҡыр һауаға атҡан. Йәрәхәт алыусылар теркәлмәгән тип хәбәр итә хоҡуҡ органдары.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уҡыусы карабинды һунарсы атаһынан алған. Ҡорал рәсми теркәлгән һәм иҫәптә торған.

 Малайҙы мәктәп директоры үҙаллы ҡоралһыҙландырған.Был ваҡытта мәғариф учреждениеһында 300 уҡыусы һәм  30 педагог булған.Барыһы ла имен- аман мәктәп бинаһынан үҙаллы сыҡҡан.

Әле уҡыусының мәктәпкә ҡорал тотоу килеү сәбәптәре асыҡлана. Ҡайһы бер сығанаҡтар уның буллинг, йәғни малайҙың  тиҫтерҙәре тарафынан  йәберләнеүе тип бара.Шулай уҡ уҡыусыға  психолог ярҙамы ла кәрәк буласаҡ

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас