+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Октября 2021, 10:30

Өфөлә студенттар ятағы янып киткән

Бөгөн көндөҙ баш ҡалала юғары уҡыу йорто ятағында янғын сыҡты.

Өфөлә студенттар ятағы янып киткәнӨфөлә студенттар ятағы янып киткән
Өфөлә студенттар ятағы янып киткән

Бөгөн көндөҙ баш ҡалала юғары уҡыу йорто ятағында янғын сыҡты.

Революционный урамында урынлашҡан Башҡорт аграр университеты студенттары йәшәгән ятаҡтың алтынсы ҡатындағы бүлмәләрҙең береһенә ут ҡаба. Бик тиҙ килеп еткән янғын һүндереүселәр уның таралып китеүенә юл ҡуймай.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ятаҡта йәшәгән 200 кеше эвакуацияланған, 5 кв. метр майҙанды биләгән янғын һүндерелгән. Зыян күреүселәр юҡ. Бүлмәлә йәшәүселәрҙең ҡаралтыһы ғына эшлектән сыҡҡан.

Әле янғын сәбәптәре асыҡлана.    

Автор:
Читайте нас