+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Октября 2021, 09:51

Йылдың данлы атайҙары тәбрикләнә

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы “Торатау” конгресс холында “Атайлыҡ даны” йәмәғәт наградаһының II Республика конкурсына дәғүәселәрҙе тәбрикләй.  Еңеүселәр “Атайлыҡ даны” тигән күкрәк билдәһе, уға таныҡлыҡ, лауреат грамотаһы менән бүләкләнә. Шулай уҡ бүләктәр ҙә ҡаралған. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2021 йылдың 4 октябрендәге  илдә атайҙар көнөн уҙғарыу указына яраҡлаштырылған. Ә награда республикала  2020 йылдан алып тапшырыла башланы.  

Йылдың данлы атайҙары тәбрикләнәЙылдың данлы атайҙары тәбрикләнә
Йылдың данлы атайҙары тәбрикләнә

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы “Торатау” конгресс холында “Атайлыҡ даны” йәмәғәт наградаһының II Республика конкурына дәғүәселәрҙе тәбрикләй.  Еңеүселәр “Атайлыҡ даны” тигән күкрәк билдәһе, уға таныҡлыҡ, лауреат грамотаһы менән бүләкләнә. Шулай уҡ бүләктәр ҙә ҡаралған. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2021 йылдың 4 октябрендәге  илдә атайҙар көнөн уҙғарыу указына яраҡлаштырылған. Ә награда республикала 2020 йылдан алып тапшырыла башланы.  

“Илдә ғаилә институтын нығытыу һәм балаларҙы тәрбиәләүҙә атайҙарҙың әһәмиәтен арттырыу маҡсатында октябрҙың  өсөнсө йәкшәмбеһе - атайҙар көнө булараҡ үткәрелә”- тиелә указда.

Былтыр  республиканың йәмәғәт палатаһы “Атайҙар даны” тигән йәмәғәт наградаһын булдырҙы. Быйыл 47 муниципаль райондан 184 заявка ҡаралды, шуларҙан 27 еңеүсе билдәләнде. Улар –балалары уҡыуҙа, спортта, хеҙмәттә, ижадта уңыштары,  башҡа ҡаҙаныштары булған һәм балаларҙы уллыҡҡа алып тәрбиә биргән атайҙар. Еңеүселәр араһында Краснокама, Ҡалтасы, Шишмә, Өфө, Учалы, Сибай, Баймаҡ, Әбйәлил,Туймазы, Көйөргәҙе һәм башҡа райондарҙың вәкилдәре бар.

Заявкалар ағымдағы йылдың 15 мартынан 15 майына тиклем ҡаралды. 15 июндә йомғаҡ яһалды. Быйыл “Атайлыҡ даны”  наградаһына дәғүә итеүселәр күберәк булды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас