

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы Яна Гайдук республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнгән. Быға тиклем ул рәйес вазифаһын башҡарыусы ине.
Яна Гайдук 1982 йылдың 13 ғинуарында Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт сервис институтын, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының магистратураһын, Рәсәй Президенты эргәһендәге дәүләт хеҙмәте һәм халыҡ хужалығы Рәсәй академияһының аспирантураһын тамамлаған. Сәйәсәт фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт юлын 2004 йылда Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығында башлаған.
Һуңғы йылдарҙа республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында министр урынбаҫары, комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы булып эшләгән.