+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Октябрь 2021, 17:13

“Сир алҡымдан алғанын көтмәгеҙ!”

"Күмәкләшеп, вакцина ярҙамында көрәшкәндә генә беҙ был яһил сирҙе ауыҙлыҡлай аласаҡбыҙ", - ти медицина фәндәре докторы, профессор Индира Венер ҡыҙы Сәхәүетдинова.

“Сир алҡымдан алғанын көтмәгеҙ!”
“Сир алҡымдан алғанын көтмәгеҙ!”

Әлеге ваҡытта үтә мөһим торған мәсьәләгә – ковидҡа ҡаршы вакцинацияға ҡарата үҙҙәренең фекерҙәрен белдереүҙе һорап, журналыбыҙҙың тоғро дуҫтарына мөрәжәғәт иттек. Шуларҙың береһе – ”Өфө ҡалаһының “Рәсәй тимер юлдары” клиник дауаханаһы” шәхси һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы баш табибы, БР «Акушер-гинекологтар ассоциацияһы» төбәк ойошмаһы етәксеһе, БДМУ-ның акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы Индира Венер ҡыҙы Сәхәүетдинова бына нимә ти:

– Бөгөн коронавирусҡа бәйле хәлдең үтә киҫкен булыуын һөйләп тороу ҙа артыҡ. Башҡортостандың баш санитар табибының айырым категория граждандар өсөн мотлаҡ вакцинация тураһындағы ҡарарын ҡуш ҡуллап хуплайым.

Беҙ, кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплы медицина хеҙмәткәрҙәре, ковидҡа ҡаршы прививканы тәүгеләрҙән булып яһаттыҡ. Коллективыбыҙҙағы хеҙмәткәрҙәрҙең 96 проценты вакцинация үткән. Мин үҙем бына бөгөн, әле генә, ревакцинация эшләттем. “Башҡортостан ҡыҙы”н уҡыусы әхирәттәребеҙгә лә шуны еткергем килә: сир алҡымдан алғанын көтмәгеҙ, прививка – был зәһәр ауырыуға ҡаршы тороуҙың иң һөҙөмтәле, ышаныслы алымы! Күмәкләшеп, вакцина ярҙамында көрәшкәндә генә беҙ уны ауыҙлыҡлай аласаҡбыҙ. 

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: