+25 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
15 Октябрь 2021, 11:56

Күренекле табип исеме – йөрәктәрҙә

Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһында күренекле табип Венер Сәхәүетдиновҡа бюст асылды. Республикала хирургия мәктәбе атаһы тип йөрөтөлгән шәхестең исемен мәңгеләштереү – уға ҡарата меңдәрсә кешеләр күңелендә һаҡланған ихтирам һәм рәхмәт тойғоларының сағылышы ла, ғүмер һағында тороусы һөнәр эйәһенең бөйөк хеҙмәтен мәртәбәләү, ололау ҙа.

Күренекле табип исеме – йөрәктәрҙәКүренекле табип исеме – йөрәктәрҙә
Күренекле табип исеме – йөрәктәрҙә

Өфө ҡалаһы 21-се дауаханаһында республикабыҙҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә ифрат ҙур өлөш индергән, был клиниканы ойоштороуға ғәйәт оло тырышлыҡ һалған профессор, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, БАССР һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Венер Ғәзиз улының Сәхәүетдиновтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында бюст асыу тантанаһы уҙҙы. Һәләтле шәкерттәр үҫтергән остаз, алтын ҡуллы табип, оло ғалим, миһырбанлы йөрәкле кеше, киң ҡарашлы етәксе, “халҡым” тип янып йәшәгән шәхес  – замандаштары хәтерендә ул шулай булып ҡаласаҡ.

Тантанала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, остаздың шәкерттәре, хеҙмәттәштәре, атай юлынан барыусы ҡыҙы, билдәле табип, медицина фәндәре докторы Индира Сәхәүетдинова, туғандары һәм яҡындары ҡатнашты. Улар халҡыбыҙҙың аҫыл улы хаҡында иң йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Венер Сәхәүетдинов – 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Юҡҡа ғына уны республикала хирургия мәктәбе атаһы тип йөрөтмәйҙәр – уның етәкселегендә тиҫтәләгән фән докторы, 40-тан ашыу фән кандидаты, бихисап талантлы хирургтар ҡанат нығытҡан. Күренекле табип исемен мәңгеләштереү – уға ҡарата меңдәрсә кешеләр күңелендә һаҡланған ихтирам һәм рәхмәт тойғоларының сағылышы ла, ғүмер һағында тороусы һөнәр эйәһенең бөйөк хеҙмәтен мәртәбәләү, ололау ҙа.

Андрей Вдовин фотоһы.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас