+22 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
15 Октябрь 2021, 03:40

Ауыл уҡытыусыларына һәм табиптарына бушлай ер биреү тураһында закон әҙерләнә

Төбәк хөкүмәте ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров ауыл ерендә эшләүсе уҡытыусыларға һәм табиптарға ер биләмәләрен бушлай биреү процесын тиҙләтергә кәрәк тип белдерҙе.   

Ауыл уҡытыусыларына һәм табиптарына бушлай ер биреү тураһында закон әҙерләнәАуыл уҡытыусыларына һәм табиптарына бушлай ер биреү тураһында закон әҙерләнә
Ауыл уҡытыусыларына һәм табиптарына бушлай ер биреү тураһында закон әҙерләнә

Төбәк хөкүмәте ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров ауыл ерендә эшләүсе уҡытыусыларға һәм табиптарға ер биләмәләрен бушлай биреү процесын тиҙләтергә кәрәк тип белдерҙе.   

Республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, әле Мәғариф һәм фән министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә  муниципалитеттарҙа эшләгән педагогик һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә шәхси хужалыҡ ҡорорға, йорт төҙөүгә ер биләмәләрен бушлай биреү буйынса закон проекты әҙерләнә.

Ерҙе икенсе кешегә һатыу булмаһын һәм йәш белгестәр ауылда эшкә ҡалһын өсөн тәүге этапта биләмәләрҙе биш йылға ҡуртымға тапшырыу күҙаллана. Аҙаҡтан йорт һалынғас ер милеккә тапшырыласаҡ.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙең һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ер биләмәһен бушлай алыу хоҡуҡтары бар. 2020 йылдан алып ер урынына бер тапҡыр түләнә торған 250 мең һум аҡса һайларға ла мөмкин.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас