+1 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
14 Октябрь , 16:28

Мотлаҡ вакцинация ниндәй ваҡытта үтергә тейеш?

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында республикала граждандарҙың айырым категорияларын мотлаҡ вакцинациялау мәсьәләләре буйынса брифинг булып үтте. Әгәр Роспотребнадзорҙың мотлаҡ вакцинация хаҡындағы ҡарары үтәлмәһә, ниндәй саралар күреләсәк? Ғөмүмән, был сараны ниндәй арала үткәреү мөһим? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак яуап бирҙе.

 Башҡортостандың баш санитар табибы ҡарарына ярашлы, мотлаҡ вакцинация хаҡындағы талап 60 йәште үткәндәргә, медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә, вахтасыларға, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә һәм башҡа категория граждандарға ҡағыла. Уларҙың тулы исемлеге Роспотребнадзор сайтында баҫылды.

 Анна Казак эш биреүсе вакцинация графигын үҙе төҙөргә тейешлеген билдәләне. Әммә прививканың беренсе компонентын 18 ноябргә тиклем эшләтергә, вакцинацияны 2021 йылдың 18 декабренә хәтлем тамамларға кәрәк. Прививка яһатҡан хеҙмәткәрҙәр коллективтың 80 процентын тәшкил итергә тейеш.

– 18 декабрҙән һуң мотлаҡ вакцинация хаҡындағы ҡарарҙың нисек ғәмәлгә ашырылыуына тикшереүҙәр башланасаҡ. Талаптар үтәлмәгән осраҡта, етәкселәргә ҡарата административ саралар күреләсәк, штраф санкциялары ла ҡаралған, – тип билдәләне Анна Казак.

Автор:Альмира Кирәева