+2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
14 Октябрь , 10:01

Коронавирусҡа бәйле хәлгә – төп иғтибар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 13 октябрҙә төбәктәрҙең юғары вазифалы кешеләре менән видеоконференция форматында уҙған округ кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе.

Коронавирусҡа бәйле хәлгә – төп иғтибар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 13 октябрҙә төбәктәрҙең юғары вазифалы кешеләре менән видеоконференция форматында уҙған округ кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе.

Кәңәшмәлә уҙған һайлау йомғаҡтары, шулай уҡ коронавирусҡа бәйле хәл тикшерелде.

Коронавирус инфекцияһы хаҡында һүҙ алып барғанда, Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле төп иғтибарҙы сирҙең таралыуына кәртә ҡуйыу буйынса төбәктәр күрергә тейешле сараларға йүнәлтте.

– Иң йоғонтоло алым – 80 процент кимәленә етеп, коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн халыҡты вакцинациялау темпын арттырыу, шулай уҡ прививка эшләүҙең бөтә ыңғай яҡтарын, ниндәй эҙемтәләр булыу ихтималлығын, вакцина тәьҫире оҙайлы икәнен ентекләп аңлатыуҙы көсәйтеү. Өҫтәүенә, төбәктәрҙә вакцинаға ҡытлыҡ юҡ, – тине Игорь Комаров.

Ул дауалау учреждениеларында санитария-эпидемиология талаптарын ҡәтғи үтәү, атап әйткәндә, коронавирус менән ауырыусыларҙы һәм башҡа вируслы инфекциялар (ОРВИ һәм грипп) менән сирләүселәрҙе айырыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ғәмәлгә индерелгән сикләү сараларының халыҡ күп йыйылған урындарҙа үтәлеүен күҙәтеү (шул иҫәптән QR-кодтар ярҙамында), шулай уҡ койка фондына сифатлы идара итеүгә иғтибар биреү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, кәңәшмәне йомғаҡлап, төбәк башлыҡтарына хәлдең үҙгәреүен иғтибар менән күҙәтергә, кәрәк икән, кисекмәҫтән һөҙөмтәле саралар күрергә тәҡдим итте.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева