+2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
14 Октябрь , 18:27

"Башҡортостан йәниҫәпте үткәреүгә тулыһынса әҙер"

“Иртәгә, 15 октябрҙә, Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр һанлы технологиялар ҡулланылған йәниҫәп башлана”, – тип билдәләп үттеләр "Башинформ" агентлығында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар.

"Башҡортостан йәниҫәпте үткәреүгә тулыһынса әҙер"

“Иртәгә, 15 октябрҙә, Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр һанлы технологиялар ҡулланылған йәниҫәп башлана”, – тип билдәләп үттеләр "Башинформ" агентлығында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар.

“Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәл арҡаһында бер нисә тапҡыр күсерелгәндән һуң, иртәгә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана. Уға әҙерлек өс йылдан ашыу барҙы. Бөтә ойоштороу мәсьәләләре хәл ителгән. Республика йәниҫәпте үткәреүгә тулыһынса әҙер. Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәле планлаштырыуға, халыҡ һаны үҫеше һәм тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса программалар эшләүгә йоғонто яһау өсөн уҙғарыла. Тик йәниҫәп кенә бер үк ваҡытта бөтә һорауҙарға яуап биреүсе коллектив портретты булдырырға ярҙам итә”, – тине Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев.

 Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров халыҡ иҫәбен алыуҙы донъяның бөтә үҫешкән илдәре үткәреүе, уның ғәйәт оло әһәмиәте хаҡында һөйләне. Ул, тап үткән йәниҫәптәр йомғаҡтары әсәлек капиталын индереү мөмкинлеген биреүен билдәләп, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре артабан да күләмле программалар эшләүгә нигеҙ булыр, тип әйтеп үтте.

“Халыҡ иҫәбен алыуға 7431 йәниҫәпсе, 1235 контролер, 640-тан ашыу волонтер ителде”, – тине Башҡортостанстаттың халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы бүлеге етәксеһе Ирина Үтәшева. Республикала 1235 йәниҫәп пункты булдырылған, уларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең эше һәм халыҡты ҡабул итеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Уларҙың адресы, эш ваҡыты Башҡортостанстат сайтында күрһәтелгән. Йәниҫәпселәр, үҙ сиратында, иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске унға тиклем өйҙәр буйлап йөрөп, халыҡтан мәғлүмәт йыясаҡ.

“Беҙ ун меңгә яҡын планшет алдыҡ, уларҙы йәниҫәпселәр халыҡтан мәғлүмәт йыйғанда ҡулланасаҡ. Планшеттарҙың бөтәһе лә ҡалаларға һәм райондарға ебәрелде”, – тине Әкрәм Ғәниев. Ул 15 октябрҙән 17 октябргә тиклем йәниҫәпселәрҙе уҡытыу ойошторолоуын әйтеп китте.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылдың 15 октябренән 14 ноябренә тиклем үтәсәк. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон йәниҫәп битен үҙ аллы тултыра алуыбыҙ – әлеге йәниҫәптең төп үҙенсәлеге. Был һеҙгә уңайлы түгел икән, өйҙәр буйлап йөрөүсе йәниҫәпсе килгәнен көтә алаһығыҙ. Йәниҫәп биттәрен халыҡ иҫәбен алыу участкаларында ла, күп функциялы үҙәктәрҙә лә тултырырға мөмкин.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

 

 

Автор:Альмира Кирәева