+2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
14 Октябрь , 08:20

Һалымдарҙы өйҙә йәки почта бүлексәләрендә лә түләп була

1 ноябргә тиклем мөлкәте, ере, техника саралары булған һәр кемгә һалым квитанциялары киләсәк. Дәүләт алдында был бурысты 1 декабргә тиклем түләп ҡуйыу мотлаҡ. 

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығы, республика халҡы һалымдарҙы төбәктәге 1 280 почта бүлексәһендә йәки өйгә килгән хат таратыусы аша түләй ала, тип белдерә. 

Заказлы хаттар менән ебәрелгән мөлкәт, транспорт, ер һәм башҡа һалымдар хат таратыусылар адресаттарҙың ҡулына тапшыра. Әгәр ҙә улар өйҙә булмаһа, почта хеҙмәткәре заказлы хатты йәшәү урынына ҡараған почта бүлексәһендә алырға мөмкин тигән белешмә ҡалдыра.  

Клиентта «Ябай электрон ҡултамға» сервисы тоташҡан булһа, почта бүлексәһендә уға һалым органынан килгән заказлы хатты документһыҙ, ҡағыҙ тултыртмайынса ғына бирәсәктәр.

Һалымдарҙы хат таратыусының мобиль терминалынан йәки почта бүлексәһендә шунда уҡ түләргә мөмкин.

Автор: