-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Октября 2021, 03:40

Юғары вазифаларҙа яңы кешеләр

Кисә БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров төрлө етәксе урындарға яңы тәғәйенләнгән вазифалы кешеләр тураһында хәбәр итте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Юғары вазифаларҙа яңы кешеләрЮғары вазифаларҙа яңы кешеләр
Юғары вазифаларҙа яңы кешеләр

Кисә БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров төрлө етәксе урындарға яңы тәғәйенләнгән вазифалы кешеләр тураһында хәбәр итте.  

БР Башлығының 2021 йылдың 12 октябрендәге ҡарарына ярашлы, Урал Килсенбаев БР Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын биләне. 2019 йылдан ул етәксе урынбаҫары ине.  Артабан Радий Хәбиров Ауырғазы, Бүздәк райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлыҡтарын тәғәйенләү тураһында мәғлүмәт бирҙе.    

Ауырғазы районында хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Арыҫлан Шаһретдиновҡа йөкмәтелгән. Быға тиклем ул Башҡортостан Башлығы идаралығында муниципаль берләшмәләр менән мөнәсәбәт буйынса кәңәшсе булып эшләгән.  

Бүздәк районында муниципалитет менән ваҡытлыса идара итеү хоҡуғы Илнур Игдиевҡа бирелгән. Ул бығаса Асҡын районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булған.    

Стәрлетамаҡта ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса Рөстәм Ғәзизов башҡарасаҡ. Яңы вазифаға ул Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары урынынан килгән.

Автор:
Читайте нас