+12 °С
Облачно


13 октябргә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 74 174-кә еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә инфекция 662 ауырыуҙа раҫланған.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 1087 сырхау ковидҡа ҡаршы көрәшә. 51 сирленең хәлен табиптар ауыр тип баһалай, 22-һе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.
Өйҙә дауаланыусылар һаны ете меңгә яҡынлаша – 6 904.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, афәт ҡорбандары көн дә арта бара. Пандемия башланғандан алып 1 982 ауырыу вафат булған, үткән тәүлектә йәнә 35 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған.
Фото "Башинформ"дан алынды.