+2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Октябрь , 18:45

Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.

Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 13 октябрҙән башлап 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник ауырыуҙарҙан яфаланыусылар өсөн мотлаҡ үҙизоляция режимы индерелә. Аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыу, медицина ойошмаларына (шулай уҡ ковидтан вакцинация үтеү өсөн), банктарға, элемтә салондарына, баҡсаларға һәм дачаларға, ҡала ситендәге йорттарға, зыяраттарға барыу өсөн улар иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклемге ваҡытты файҙалана ала.

Был сикләү сараһы ковидҡа ҡаршы прививка эшләткән һәм был турала сертификаты (электрон төрҙә йәки ҡағыҙҙағыһы), йә булмаһа һуңғы алты айҙа коронавирус үткәреү хаҡында белешмәһе булған кешеләргә ҡағылмай.

Үҙизоляция режимы шулай уҡ эш урындарында булыу үтә мөһим һаналған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә, ойошмалар һәм власть органдары етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ҡулланылмай. Уларҙың үҙҙәре менән паспорты һәм указ ҡушымтаһында күрһәтелгән формалағы белешмәһе булырға тейеш.

Эш биреүселәргә 13 октябрҙән 65 йәштән өлкән, хроник сирҙәрҙән яфаланыусы бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе дистанцион эшкә күсерергә тәҡдим ителә.

Муниципалитеттар үҙизоляциялағы кешеләргә, инвалидтарға, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм яңғыҙ йәшәүселәргә ярҙам итеүсе волонтерҙар төркөмдәре булдырырға (шул иҫәптән Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булдырған Координация үҙәге эше сиктәрендә) һәм уларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итергә тейеш.   

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева