+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Октября 2021, 03:20

Сибайҙа ремонттан һуң филармония асылды

2015 йылдың 4 сентябрендә көндөҙ Сибай филармонияһы бинаһы янғайны. Ул саҡтағы республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов, архитектура ҡомартҡыһы булған мәҙәни усаҡты кире тергеҙәсәкбеҙ, тип вәғәҙә бирҙе. 

Сибайҙа ремонттан һуң филармония асылдыСибайҙа ремонттан һуң филармония асылды
Сибайҙа ремонттан һуң филармония асылды

2015 йылдың 4 сентябрендә көндөҙ Сибай филармонияһы бинаһы янғайны. Ул саҡтағы республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов, архитектура ҡомартҡыһы булған мәҙәни усаҡты кире тергеҙәсәкбеҙ, тип вәғәҙә бирҙе. 

Ниһайәт, алты йыл үткәс, филармония кире үҙ ишектәрен асты. Был күркәм ваҡиғаға арнап һәм Республика көнөнә бағышлап, яңыртылған тамаша залында тәүге тамаша - “Урал аръяғында тыуғандар” концерты уҙҙы.

Быға хәтлем филармония майҙаны 2,5 мең кв. метр тәшкил итһә, хәҙер ул 6,5 мең км. метрға тиерлек киңәйҙе. Залдың һыйҙырышлылығы — 500 кеше. Филармония өсөн «Steinway & Sons» концерт рояле һатып алынған.

Ремонт «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса башҡарылған. Яңыртылған учреждение ҡала күркенә әйләнәсәк һәм юғары кимәлдәге сараларҙы уҙғарырға мөмкинлек бирәсәк,  тине тантанала ҡатнашҡан БР хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

 

Автор:
Читайте нас