+1 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Октябрь , 09:20

Колумбайн-ролик таратыусы асыҡлаған

Замана афәттәренең береһе – колумбайн. Америкалағы Колумбайн ҡалаһында үҫмерҙең бер сәбәпһеҙ үҙ тиҫтерҙәрен атып үлтергән фажиғәгә бәйле дөйөм терминға әүерелгән һүҙ ул.  

Колумбайн-ролик таратыусы асыҡлаған

Замана афәттәренең береһе – колумбайн. Америкалағы Колумбайн ҡалаһында үҫмерҙең бер сәбәпһеҙ үҙ тиҫтерҙәрен атып үлтергән фажиғәгә бәйле дөйөм терминға әүерелгән һүҙ ул.  

Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә, халыҡты шомға һалып, Өфө ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә уҡыған балаларға һәм педагогтарға янаған колумбайн-видеоролик таралып китте.

Унда, 14 октябрҙә һеҙгә киләм, тип әйтә билдәһеҙ кемдер. Шуныһы ҡыуаныслы: был факт буйынса махсус органдар оператив саралар күргән һәм бер нисә сәғәт эсендә колумбайн-роликты таратҡан кешенең кемлеген һәм йәшәгән урынын асыҡлаған.

Ул – Өфөлә йәшәгән 2009 йылғы бала. Әле уҡыусы һәм уның ата-әсәһе менән хоҡуҡ һаҡсылары, психологтар эшләй. Хоҡуҡ боҙоусының аккаунты, шулай уҡ видеояҙма социаль селтәрҙән алынған, уларҙы ҡарау мөмкин түгел. Законға ярашлы, колумбайн-роликты таратҡан баланың ата-әсәһе административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, уҡыусыларҙың ата-әсәләренә мөрәжәғәт итеп, паникаға бирелмәҫкә, балаларының хәүефһеҙлеге өсөн тыныс булырға саҡыра. Ғәҙәттән тыш был хәлгә бәйле, үҙ балаларының интернетта нимә менән шөғөлләнгәнен етди контролдә тотоуҙы һорай.

Автор: