+2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Октябрь , 12:23

Ирекмәндәр йәнә ярҙамға ашыға

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының волонтерлыҡ үҙәге үҙизоляциялағы 65 йәштән өлкәндәрҙән һәм хроник сирле кешеләрҙән йәнә мөрәжәғәттәр ҡабул итә башланы.

Ирекмәндәр йәнә ярҙамға ашыға

13 октябрҙән “Беҙҙең хәстәрлек” Берҙәм волонтерлыҡ үҙәге ирекмәндәре Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә үҙизоляциялағы өләсәй һәм олатайҙарға, хроник сирҙәрҙән яфаланыусыларға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерә башланы. Аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар мөрәжәғәт итеүселәр иҫәбенә алына.

Волонтер, үҙизоляциялағы кеше теләгән магазинға йәки дарыуханаға инеп, исемлек буйынса кәрәкле тауарҙарҙы аласаҡ. Мөрәжәғәт итеүсе аҙаҡтан уларҙың хаҡын чек буйынса түләй. Бынан тыш, автоволонтерҙар, кәрәк булғанда, өлкәндәрҙе поликлиникаға вакцинацияға алып бара ала.

Шылтыратыуҙар “Берҙәм Рәсәй” волонтерлыҡ үҙәгенең 8-800-201-89-03 телефоны буйынса дүшәмбенән алып йомаға тиклем иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға ҡәҙәр ҡабул ителә. Шул уҡ телефон буйынса мохтаждарға түләүһеҙ ярҙам итергә теләүсе автоволонтерҙар сафына яҙылырға мөмкин.

Автор:Альмира Кирәева