+2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Октябрь , 16:35

Башҡорт телен сәнғәт аша өйрәнеү

13 октябрҙә Өфөлә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар тарафынан башҡорт телендә тыуҙырылған анимацион фильмдарҙың исем туйы үтте.

Башҡорт телен сәнғәт аша өйрәнеү

13 октябрҙә Өфөлә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар тарафынан башҡорт телендә тыуҙырылған анимацион фильмдарҙың исем туйы үтте.

“Әкиәттә ҡунаҡта: Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән анимациялы фильмдар төшөрөү” проекты БР Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Башҡорт легенда һәм риүәйәттәре  нигеҙендә төрлө техникалар менән 5 анимациялы фильм төшөрөлгән. “Ағиҙел һәм Яйыҡ”, “Өс түңәрәк икмәк”, “Ғәҙел Нәүшируан һәм йомарт Хәтәмтай”, “Сыңрау торна”, “Етегән йондоҙ” тип аталған фильмдар өҫтөндә эш барышында балалар башынан аҙағына тиклем ҡатнашҡан. Һүрәт эшләгәндәр, әкиәт геройҙарын, кәрәкле реквизиттарҙы пластилиндан әүләгәндәр. Балаларҙың күбеһенең ишетеү һәләте түбән булғанға тауыш яҙҙырғанда улар менән эшләү ҡыйынға тура килгән. БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, "Ломая барьеры" Социаль технологиялар үҙәге директоры, проект етәксеһе Алина Хәбирова әйтеүенсә, ҡатнашыусыларҙың башҡорт телен белеү кимәле лә төрлөсә булғанлыҡтан, уларға башҡорт теле, шулай уҡ вокал буйынса дәрестәр бирелгән. 10 ирекмән был эштә ихлас ярҙам ҡулы һуҙған. Ирекмәндәрҙән Инзира Хабибрахманова, Әлфиә Ҡадырова исем туйына үҙҙәре лә килде. Инзира әкиәттәрҙе башҡорт теленә тәржемә яһауҙа ҡатнашҡан. Әлфиә апай балаларҙы ҙур эш башҡарып сығыуҙары менән тәбрикләп, уларҙы үҙенә ҡунаҡҡа ла саҡырҙы. “Ауыл тормошон күрергә теләһәгеҙ, өйөмә рәхим итегеҙ”, – тине ул.

Тыуған илгә, ергә һөйөү, изгелек менән яуызлыҡ, батырлыҡ кеүек изге төшөнсәләр хаҡында анимациялы мультфильмдарҙы төшөрөүҙә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 21 бала әүҙем ҡатнашҡан. Уларҙың ата-әсәләре лә ихлас ярҙам күрһәткән.

Фильмдарҙы QR код аша үтеп, ютуб каналында ҡарарға ла була.

 

Гөлназ Ҡотоева

Автор:Гөлназ Ҡотоева