+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Октября 2021, 03:15

Айгөл Иҙрисова халыҡ-ара шашкалар буйынса Европа чемпионы булды

«Башҡортостан» үҙәк шашкалар клубы спортсыһы Айгөл Иҙрисова «блиц» дисциплинаһында халыҡ-ара шашкалар буйынса Европа чемпионатында еңде.

Айгөл Иҙрисова халыҡ-ара шашкалар буйынса Европа чемпионы булдыАйгөл Иҙрисова халыҡ-ара шашкалар буйынса Европа чемпионы булды
Айгөл Иҙрисова халыҡ-ара шашкалар буйынса Европа чемпионы булды

«Башҡортостан» үҙәк шашкалар клубы спортсыһы Айгөл Иҙрисова «блиц» дисциплинаһында халыҡ-ара шашкалар буйынса Европа чемпионатында еңде.

Италияла уҙған ярышта ете рәт донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, ике рәт донъя чемпионы Наталья Садовска (Польша), ғәмәлдәге донъя чемпионы Матрена Ноговицына (Яҡутстан), донъяның экс-чемпионы Ольга Камышлеева (Нидерландтар) һәм башҡалар ҡатнашты.

Айгөл Тамара Танһыҡҡужинан һәм 16 мәртәбә донъя чемпионы Зоя Голубеванан (Латвия) ҡала Европа чемпионатында бөтә өс программала ла еңеүсе булды.  2013 йылда ул БДУ студенты булғанда әйтелгән ярышты «рапид» диспиплинаһында еңгән (ул мәлдә чемпионат студенттар араһында Европа беренселеге менән уҙғарылған). 2016 йылда Айгөл Европа чемпионатында классик программала алдынғы булған.

Автор:
Читайте нас